+24 °С
Ямғыр
Ял көндәрендә Башҡортостанда эҫе, яуым-төшөм һәм йәшенле һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары.
Мәҫәлән, 15 июндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +30,+35 градусҡаса күтәрелә.
Йәкшәмбе, 16 июндә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ сиректән талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +17,+22, көндөҙ +28,+33 градус тәшкил итәсәк.