Радий Хабиров: "«Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы әҙер. Беҙ бөгөн уны туристарға, Башҡортостан ҡунаҡтарына, үткәндәр менән ҡыҙыҡһыныусыларға тапшырҙыҡ.
Салауат батырҙың тыуған ере элек тә күптәрҙе үҙенә тартып тора ине. Хәҙер данлы тарихыбыҙ менән яҡындан танышыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл көнөндә беҙ уның тыуған яғында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын астыҡ. Уны Тәкәй ауылы булған урында төҙөнөләр, бында легендар геройыбыҙ тыуған һәм үҫмер йылдарында йәшәгән.
Беҙ Салауат Юлаевтың юлын сағылдырырға, яугир һәм шағир тормошоноң төп этаптары хаҡында һөйләргә тырыштыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул бик тәрән, аҡыллы шиғырҙар яҙа, улар менән беҙ әле лә уҡыйбыҙ. Һәм беҙҙең төп бурыс – уның тураһында хәтерҙе һаҡлау. Инфраструктура тураһында ла хәстәрлек күрәләр. Комплексҡа туристарҙың уңайлылығы өсөн махсус төҙөлгән яҡшы юл алып бара. Был территория элек тә популяр булған. Хәҙер ҡунаҡтарҙың тағы ла күберәк булыуын көтәбеҙ.