+24 °С
Ямғыр
Бүздәк районының Ҡаран ауылы быуаһында 31 йәшлек ир батып үлгән. Әлеге ваҡытта уның кәүҙәһен водолаздар эҙләй.
Шулай уҡ, Бөрө районының Яңы Ҡолсобай ауылы янында водолаздар 52 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Фажиғә 15 июндә киске сәғәт ун бер тирәһендә булған. Ирҙең кәүҙәһен бөгөн иртәнсәк кенә таптылар. Көндәр эҫе тора, һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ! Ярамаған урында һыу инмәгеҙ!