Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Новости
18 Июня 2024, 16:43

Ҡайғылы хәбәр килде…

Шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат. Мәрхүмәнең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ҡайғылы хәбәр килде…Ҡайғылы хәбәр килде…
Ҡайғылы хәбәр килде…

Бөгөн 83-сө йәшендә билдәле шағирә, тәржемәсе, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат булды.

 

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән төҙөлөштә эшләй, һуңынан башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта. 1961—1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. Юғары белем алғас, ике йыл Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ермолаевка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1968 йылдан журналистикаға күсә. Күп йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. Мәскәү ҡалаһында юғары курстарҙа уҡый. Аҙаҡтан Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Әнисә Таһирова тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар авторы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тапшырыу әҙерләгәне, уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, шулай уҡ әҙипкә арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн Әнисә Таһирова 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас