Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Июнь 2024, 18:32

Брестта батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

"Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Брест ерен һаҡлаусы һәм азат итеүсе Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән һәм йәшәгән батырҙар иҫтәлегенә ", - тип яҙылған унда.

Брестта  батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылдыБрестта  батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Брестта батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

 

Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Брест ерен һаҡлаусы һәм азат итеүсе Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән һәм йәшәгән батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған гранит тактаташты асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара барышында ул республика башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын да уҡыны.

 

"Һәр кем өсөн Брест ҡәлғәһе - батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Ватанға ҡарата һынмаҫ һөйөү символы.

Ҡәлғәне һаҡлаусылар араһында Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр ҙә булған. 1941 йылда улар Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан 44-се танк полкы командиры етәкселегенә ебәрелә.

Геройҙарыбыҙ, совет халҡы өлөшөнә төшкән ҡорбандарҙы һәм юғалтыуҙарҙы мәңге хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ. Бергәләшеп тарихты, Бөйөк Ватан һуғышы һөҙөмтәләрен үҙгәртеп яҙырға тырышҡандарға, фашистарҙы яҡлаусыларға ҡаршы көрәшәбеҙ, көрәшербеҙ.

Беларусь дуҫтарыбыҙға тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәндәре, ата-бабаларыбыҙ хәтеренә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәм.

 

Брестты һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы мәңге онотолмаҫ! Дан еңеүсе халыҡҡа!" - тип яҙылған был хатта.

- Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан бөгөн ошонда - фашистарҙың тәүге һөжүмен ҡабул итеүселәр ерендә булыу тулҡынландырғыс. Тәү сиратта Беларусь Республикаһы етәкселегенә һәм был илдең барлыҡ халҡына Башҡортостанда тыуып үҫкән һалдаттар иҫтәлеген мәңгеләштергәндәре өсөн рәхмәт белдергем килә. Киләсәк быуынға тарихты һаҡлауҙары өсөн оло рәхмәт, улар ҙа һуғыштың нимә икәнлеген, аяҙ күк йөҙөнөң ҡәҙерен белергә тейеш, - тине Константин Климин.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас