Журналдың тышлығында — Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары. Был шәп йәштәр менән яҡындан “Һәр студент – алтын бөртөгө” тип аталған мәҡәләлә таныша алаһығыҙ.
Уңышҡа өлгәшкән башҡа замандаштарыбыҙ тураһында ла яҙҙыҡ: “Ҡанат бирҙе туған мәктәбем” мәҡәләһендә — Муса МӘЗИТОВ, “Бар нәмәне ҡойоп ҡуя” тигән мәҡәләлә —Гөлназ ЮЛЫҠОВА, “Мал үрсетеп, ҡымыҙ бешеп...” мәҡәләһендә - Миләүшә менән Илнур БИКТИМЕРОВтар, “Беҙҙә уға тиңдәр юҡ” мәҡәләһендә һүҙ Урал ХӘСӘНОВ тураһында бара. Ә “Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһына Гөлфирә АБДУЛЛИНАны саҡырҙыҡ!
Уҡыусыларыбыҙға Динис БҮЛӘКОВтың “Эҫе ҡар” повесы, Венер ИСХАҠОВтың “Пятиминутка” юмористик хикәйәһе, Ләлә АБЗАЛОВАНЫҢ “Хоҙайға илткән юл” хикәйәһе, Рәмзилә Хисаметдинованың шиғри шәлкеме, Рәйсә ИҪӘНБАЕВАның “Үпкәләп китмә, атай” яҙмаһы һис шикһеҙ оҡшар!
Бынан тыш журналда файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ яҙмалар, мауыҡтырғыс мәҡәләләр донъя күрҙе!
Икенсе яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу 831 һум торһа. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була. "Яҙыл да бүләк" от акцияһы барыуын да иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Квитанцияларығыҙҙың күсермәһен 89279443170 номерына ебәрергә мөмкин.