-1 °С
Болотло
Яңауыл районының суд приставтары бәләкәй балаһына алимент түләмәгән 24 йәшлек Викторияны эҙләй. Әсәнең 2021 йылда тыуған сабыйына 650 мең һумдан ашыу бурысы бар. Уға Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығырға ҡушмағандар. Виктория приставтарҙан ҡасып йөрөй, шуға уны эҙләү иғлан ителгән.
«Уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (34760) 5-50-85, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығына хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға ведомствола.