-5 °С
Болотло
Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала республикала һалҡын һауа торошо көтөлә, күпселек көндәрҙә ямғырҙар яуасаҡ.
Бөгөн, 25 июндә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +13, +18°.
Шаршамбы, 26 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Көнбайыш еле уртаса, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°.
Кесаҙна, 27 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республика буйлап ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ локаль ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ та яуасаҡ. Төньяҡ еле уртаса, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +14, +19°.