Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль , 11:33

Үҙ әсәһен тапатҡан

Ир ваҡиға урынынан ҡасып, эсеүен дауам иткән.

Үҙ әсәһен тапатҡан
Үҙ әсәһен тапатҡан

Учалы районының Туңғатар ауылында 38 йәшлек ир эскән килеш рулгә ултырған. Әсәһе асҡысын тартып алып, улын туҡтатырға маташа, әммә ир үҙ пландарынан баш тартмай. Һөҙөмтәлә әсәһен ҡапҡа янында тапай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, ул ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була.

Һәләк булған ҡатындың улы ваҡиға урынынан ҡаса, машинаны икенсе ихатаға индерә лә, артабан эсеүен дауам итә. Медицина тикшереүе үткән мәлгә унда этил спирты күләме 1,270 мг/л тәшкил иткән. Был уның ныҡ иҫерек булыуын аңлата.

 

Автор:
Читайте нас: