Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль , 12:36

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар фаразлауынса...

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсллө. Һауа температураһы көндөҙ +24, +29 градус.

11 июлдә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +23, +28 градус.

12 июлдә Башҡортостанда ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, күк күкрәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус. 

Автор:
Читайте нас: