+22 °С
Ямғыр
9 июлдә төндә Татарстандың Аҡтаныш районында 36 йәшлек Kia автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, MAN йөк автомобиле менән бәрелешкән.
Аварияла 8 йәшлек ҡыҙ һәм уның атаһы һәләк булған. Әсәһе менән 2 һәм 12 йәшлек балалары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.