+21 °С
Облачно
Әбйәлил районының Түбәнге Әбдрәш ауылы янында көслө ямғыр арҡаһында Кесе Ҡыҙыл йылғаһында һыу кимәле күтәрелде. һөҙөмтәлә Үҙәк урамындағы алты йорт ихатаһы һыу аҫтында ҡалған. Түбәнге Әбдрәш ауылында 16 йорт бар, уларҙа 65 кеше йәшәй.
Әлеге ваҡытта урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Әбйәлил районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре эшләй.