Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль , 10:25

“Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!

Журналдың тышлығында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Рамазанов.

“Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!
“Шоңҡар”ҙың июль һаны сыҡты!

Журналдың тышлығында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Рамазанов. Был шәп егет менән яҡындан “Үҙ юлын тапҡан йырсы” (А. Ҡужәхмәтова) тип аталған мәҡәләлә таныша алаһығыҙ. Был юлы "Самауырҙы йыҡҡынсы" рубрикаһының ҡунағы - Тәнзилә Дәүләтбирҙина. 

Уйға батырырлыҡ яҙмалар ҙа  күп. “Эш хаҡы һәйбәт, белгестәр әҙерләнә...” (Г. Ҡыуатова) тигән мәҡәләлә һүҙ медицина хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған эше хаҡында бара. “Никахмы?.. Әллә ни хаҡ?” (И. Ғәбитов) мәҡәләһендә ғаилә институты проблемалары күтәрелә.

Журналдың июль һанында ҡаҙаҡ яҙыусыһы Сауле Досжандың “Ауылдан сыҡҡан миллионер” повесы баҫылды. Минира Бикәнәсованың “Әлфинә” хикәйәһе лә оҡшар, моғайын. Шиғриәт һөйөүселәргә азербайжан шағирәһе Маһира Гусейнованың, Радик Хәкимйәндең ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.

Һәр ваҡыттағыса ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалар ҙа бар — Хәмит Әбүбәкеровтың “Килен”е,  Лена Абдрахманованың “Ышыҡтағы ғишыҡҡа ышанып” тигән әҫәре, Хәмзә Ишдәүләтовтың “Өй башы” күңелегеҙгә хуш килер.

Автор:
Читайте нас: