Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
19 Июль 2024, 05:23

Ямғырлы ялдар килә

Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Ямғырлы ялдар киләЯмғырлы ялдар килә
Ямғырлы ялдар килә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа йәшен буласаҡ, урыны менән боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Йома, 19 июлдә, республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22+27 градус күрһәтәсәк.

Шәмбе, 20 июлдә, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, ел төньяҡ сиректә, талғын. Һауа температураһы төндә +12...+17 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ термометр бағанаһы +22 +27гә тиклем күтәреләсәк. Синоптиктар 21 июлгә лә шундай уҡ фараз яһай. Был көндө йәшен йәшнәү ихтималлығы арта.

Автор:
Читайте нас