+24 °С
Дождь
Уҙған тәүлектә республикала 3 кеше батып үлгән:
- Архангел районының Абҙан ауылы янынан аҡҡан Инйәр йылғаһында 1964 йылда тыуған ир батып үлгән. Мәйетте шаһиттар сығарған.
- Ағиҙел ҡалаһының йылға каналында 1969 йылғы ир батып үлгән. Хәҙер унда водолаз эштәре алып барыла.
- Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында быуала 1966 йылда тыуған ир батҡан. Шулай уҡ унда ла водолаз эштәре бара.
Эскән килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡ йөҙмәгеҙ!