Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль , 09:48

“Башҡорт” – яуҙың алғы һыҙығында

Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙарға  именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

“Башҡорт” – яуҙың алғы һыҙығында
“Башҡорт” – яуҙың алғы һыҙығында

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан егеттәре бөтә ил халҡы менән бергә тыуған ил һағына баҫты. Шул иҫәптән, Салауат районы яугирҙары ла алғы һыҙыҡта үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Яңы Ҡаратаулы ауылынан “Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәй. Ул махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге йылында уҡ хәрби бурысын үтәргә  юлланды.

Яҡташыбыҙ Яңы Ҡаратаулы ауылында тыуып үҫкән. Әлкә урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө яғыулыҡ һәм энергетика колледжын тамамлай. Һуңынан себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. МХО-ла “Башҡорт” артеллирист булып хеҙмәт итә. Донбастың бойондороҡһоҙлоғон һәм илебеҙ суверенитетын яҡлағаны, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн яҡташыбыҙ төрлө миҙалдар һәм   Изге Георгий орденының отличие билдәһе IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Яҡташыбыҙ йәш быуын өсөн ысын өлгө булып тора. Хәрбиҙең кәйефе шәп, еңеү менән ҡайтырға ышанысы көслө. Уны тыуған яғында тормош иптәше, балаһы түҙемһеҙләнеп көтә. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙарға  именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр 117, 122 йәки 8(347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры 8(347) 248-29-31. Махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграм чат-ботында бар.

Сығанаҡ: "Йүрүҙән" гәзите.

 

 

Автор:
Читайте нас: