+24 °С
Ямғыр
Волгоград өлкәһендә ҡот осҡос фажиғә. Унда КАМАЗ-дың водителе тимер юлы аша сығып өлгөрәм тип, Ҡазан – Адлер поезы менән бәрелешкән.
Һөҙөмтәлә, поезд составтары рельстан сығып киткән. Аварияла һәләк булғандар юҡ, тиҙәр. Йәрәхәтләнгәндәр бар, уларҙың артыуы мөмкин, сөнки ҡайһы бер кешеләр вагондар аҫтында ҡыҫылып ҡалған. Әлегә ваҡиға урынында кран ярҙамында вагондарҙы күтәрәләр. Шулай уҡ өс кешенең хәле ныҡ ауыр тип билдәләнә. Улар дауаханаға оҙатылған. Поезда бөтәһе 812 пассажир булған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй