Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Август 2024, 06:44

Меңгә яҡын ҡош-ҡорт һәләк булған

Мәмәк ауылында була был фажиғә.

Меңгә яҡын ҡош-ҡорт һәләк булғанМеңгә яҡын ҡош-ҡорт һәләк булған
Меңгә яҡын ҡош-ҡорт һәләк булған

Кушнаренко районының Мәмәк ауылында янғын сыҡҡан. Унда меңгә яҡын ҡош-ҡорт һәләк булған.

Уттан 20х40 метр ҙурлығындағы кирбес биналағы 150 квадрат метр майҙанлы таҡта япма зыян күргән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Бина эсендә 3000 самаһы ҡош (тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ) булған. Уларҙың яҡынса 2000-е тышҡа сығарылған, ҡалғандары тонсоҡҡан.

Янғындың сәбәптәре асыҡлана.

 

Автор:
Читайте нас