Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
8 Август 2024, 09:49

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Баймаҡ районында үлемесле авария булған.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Бөгөн төндә Баймаҡ районында йәш мопедист менән үлемесле авария булған. Мопедта килгән 16 йәшлек егет ике йәйәүлене тапатҡан. Үҫмер үҙе юл ситенә ауып киткән. Юл фажиғәһендә йәш водитель ашығыс ярҙам килгәнсе вафат булған. Йәйәүле, 21 йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, икенсе 23 йәшлек ҡыҙ зыян күрмәгән. 
 
Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Автор:
Читайте нас