+24 °С
Ямғыр
Кисә Баймаҡ районының Бикеш - 2-се Этҡол автомобиль юлында өс кешенең ғүмере өҙөлдө.
Chevrolet Cruze руле артындағы 39 йәшлек водитель боролошта юл ситенә сығып китә. Водитель һәм уның ике пассажиры, 41 һәм 34 йәшлек ир-егеттәр, ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Шулай уҡ машинала 12 йәшлек малай ҙа булған, уны төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Эскән килеш руль артына ултырмағыҙ!