Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Август 2024, 06:17

Үҫмерҙәр юғалған

Уларҙы кисәнән бирле эҙләйҙәр.

Үҫмерҙәр юғалғанҮҫмерҙәр юғалған
Үҫмерҙәр юғалған

Иглин районында ике үҫмерҙе эҙләйҙәр. Кисә Оло Ҡарамалы ауылы янында 14 йәшлек Айбулат Шәйхисламов менән 13 йәшлек Даниил Романов урманда аҙашҡан.

Даниил Романовтың билдәләре: буйы 160 см, кәүҙәһе уртаса, сәстәре аҡһыл, күҙҙәре һоро. Ҡара спорт костюмы, ҡара-ҡыҙыл кроссовкалар кейгән.

Айбулат Шәйхисламовтың билдәләре: буйы 150 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре аҡһыл, күҙҙәре һоро. Ҡара футболка, йәшел камуфляжлы салбар, ҡара-зәңгәр галош, ҡара эшләпә кейгән. 

Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙең барыһына ла 112-гә йәки «балаларҙы Эҙләү» отряды ирекмәндәренә шылтыратыуҙарын һорайбыҙ: 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87.

Автор:
Читайте нас