Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Август 2024, 04:32

Ямғырҙар туҡтармы?

Алдағы көндәргә һауа торошо билдәле.

Ямғырҙар туҡтармы?Ямғырҙар туҡтармы?
Ямғырҙар туҡтармы?

Алдағы өс көндә республикала ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда ямғыр яуа, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Шишәмбе, 13 августа, йәнә ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +15, +20.

Шаршамбы, 14 августа, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +15, +20.

Автор:
Читайте нас