+24 °С
Ямғыр
Украина дроны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаттарының автомобиленә һөжүм иткән.
Кисә төндә Запорожье өлкәһендә һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барған Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғоловтың автомобиленә Украина көстәре дрон менән һөжүм иткән.
Шулай уҡ машинала БР парламенты депутаты, алып барыусы Юлиә Краснова булған. Бәхеткә күрә, барыһы ла имен-һау ҡотолған. Тимерғәле Ураҙғолов еңелсә йәрәхәт алған.
Ике депутат өсөн дә был МХО биләмәһенә тәүге сәфәр түгел.