Был һанда шәп замандаштарыбыҙ — ҡаһарман егеттәр Азат менән Азамат Сәфәрғәлиндәр, оҫта ҡуллы Винер Ишбулатов, һәләтле ҡыҙ Алина Вәхитова менән таныштырабыҙ. Ә “Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһына Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповты саҡырҙыҡ.
Әҙәбиәт яратыусыларға Сауле Досжандың “Ауылдан сыҡҡан миллионер” повесын, Сәлиә Ғатауллинаның “Мәсеттәге осрашыу” хикәйәһен, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Аҡсамды кем урланы?” юмористик әҫәрен, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Тамагочи” хикәйәһен, Рәмзин Әбсәләмовтың шиғри шләкемен, Хәлиҙә Чембарисованың “Алкин бүләге” хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.
Август һанында тағы ла әллә күпме файҙалы кәңәштәр, күңел серҙәре, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр урын алды. Ә журналдың тышлығын Зиннур Боҫҡоновтоң фотоэтюды биҙәй.