+19 °С
Ясна
Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип хәбәр итә синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 22 августа, республикала йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы көндөҙ +15, +20°күрһәтәсәк.
Йома, 23 августа, урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +18, +23 градус тәшкил итәсәк.