Башгидрометүҙәк синоптиктары әйтеүенсә, бөгөн, 1 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан талғын ел иҫәсәк. Һауа температураһы был төндә 3, 8 градус тәшкил итәсәк, ҡайһы бер төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе фаразлана. Көндөҙ 17, 22 градусҡаса йылыта.
Дүшәмбе, 2 сентябрҙә, йәнә яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡтан талғын ел иҫә. Термометр бағанаһы төндә 3, 8 градусҡаса түбәнәйә, Башҡортостандың төньяғында һәм тауҙарында йәнә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -2 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә. Ә көндөҙ һауа 17, 22 градусҡа тиклем йылына.
Шишәмбе, 3 сентябрҙә, төндә яуым-төшөм көтөлмәй, ә бына көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Төньяҡтан талғын ел иҫеүе фаразлана. Төндә 7, 12 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа тағы ла һалҡыныраҡ - 2 градусҡа тиклем. Көндөҙ тағы ла йылы һауа торошо көтөлә – 18, 23 градус.