Шоңҡар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь , 09:30

"Мин бит барыһына рәхмәтлемен..."

Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире Фәһим Әхмәров бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Хеҙмәттәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, бәхет, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

"Мин бит барыһына рәхмәтлемен..."
"Мин бит барыһына рәхмәтлемен..."

Йәш шағир, «Шоңҡар» журналы хеҙмәткәре Фәһим Әхмәров бөгөн тыуған көнөн билдәләй. 

Ейәнсура районының Үтәғол ауылы егетенең шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ! 

 

Рәхмәтлемен

Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Үткәндәргә, яҡты бөгөнгә.
Һүҙ ҡалмаһа, мин рәхмәт әйтермен,
Барыһына, көнгә һәм төнгә.

Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Сит ерҙәргә, туыған өйөмә.
Тәбиғәткә, ҡояшҡа, айға ла,
Һалҡын ҡышҡа, эҫе йәйенә.

Йылы һүҙегеҙгә рәхмәтлемен,
Кем йәнәшә йылдар буйына.
Туғаныма, тоғро дуҫыма ла,
Әсәйемә һәм атайыма.

"Ғәфү ит" - тип әйтеүселәргә лә,
Хәлгенәмә кергән кешемә.
Рәхмәт, кемдәр мине онотоп та,
Ҡунаҡ булып килә төшөмә.

Өҫтәлемдә аҙыҡ булған өсөн,
Эҫе генә сәйгә, икмәккә.
Рәхмәтлемен, бала-сағымдан уҡ,
Ижадҡынам тулған йөрәккә.

Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Ҡабатлармын, берҙә арымам.
Өмөтөмә, ышанысыма ла,
Мәңгелеккә ҡалыр йырыма.

Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Барыһына, әйткән һүҙемә.
Барыһына... белмәйем, һуң мин бит,
Рәхмәтлемен хатта үҙемә.

 

Еңеүсе

Түҙеп ҡарай, көлөп ҡарай,
Ҡаршы бара, бирешмәй.
Мыжып ятыу, ҡурҡып ҡатыу
Уға һис тә килешмәй.

Уң яғында, һул яғында,
Ҡаршыһында ла томан.
Абына, тик ҡабына ла
Ынтыла алға һаман.

Эштәр таша, йәштәр аша
Ул үҙенә юл һала.
Төңөлмәҫмен, еңелмәҫмен
Тиеп ауыр булһа ла.

Батырлығы, балҡыр нуры
Йөрәгендә һаҡлана.
Булған көсөн бәхет өсөн
Түкһә - бары аҡлана.

 

 

 

 

...Һәм йөрәк үҙенә урын тапмай,
Етеҙ һуғып иҫкәртә ҡайсаҡ:
"Мине тыңла, зинһар, тойғоларҙан
Күрмәмештәй китмәсе ҡасып."

Ә мин уға яуап бирәм, имеш,
Көлөмһөрәп, үҙемде танып:
"Һөйөүеңде инҡар итһәләр ҙә,
һин, хыялый, туймаҫһың янып."

 

 

 

 

Буйлап-буйлап Ағиҙелкәй ярын,
Һине, иркәм, ҡабат эҙләнем.
Эҙләмәйсә һине көтә алманым -
Йөрәккенәм минең түҙмәне.

Белһәң ине, йәнем, белһәң ине,
Йөрөмәгән урын ҡалманы.
Күпте күрҙем, әммә һине генә
Әүәлгесә табып булманы.

Ниәтемдән инде тайпылмаҫмын -
Һин, ҡояшым, минең уйымда.
Һиҙәм, һине бында осратырмын,
Ағиҙелдең йәмле буйында.

Ишет, наҙым, минең аҙымдарҙы,
Нисә саҡырым инде мин үттем.
Аяҡтарым күптән ярылһа ла,
Ярылманы минең өмөтөм.

Буйлап-буйлап Ағиҙелкәй ярын,
Һине, иркәм, ҡабат эҙләйем...

Фәһим Әхмәров

Автор:
Читайте нас: