6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау уҙа.
Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә "Рәхмәт-2024" акцияһының ойоштороу комитеты ағзаһы Римма Бикмурзина акция тураһында һөйләне.
Һәр бер тауыш биреүсегә 8 символдан торған QR-билет тапшырыласаҡ. Уны рахмат.рф сайтында теркәргә кәрәк.
330 бүләк араһында фатирҙар, автомобилдәр, сәйәхәт, квадроциклдар, велосипедтар, электролампалар, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм башҡа көнкүреш тауарҙары бар.
Һайлауға килеп, тауыш биреп, волонтерҙарҙан QR - билет, беләҙектәр алғас, уны теркәгәс тә, билеттарығыҙҙы юғалтмағыҙ, 30 сентябргә тиклем һаҡлағыҙ.
Бүләктәр 6 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00 сәғәттәрҙә, 7 сентябрҙә - 14:00 һәм 20:00, 8 сентябрҙә 14:00 сәғәттәрҙә үтәсәк. Шулай уҡ, 8 сентябрҙә "Приздар төнө"уҙа. Унда 130 приз уйнатыласаҡ. 13 сентябрҙә “Сәләм “ тапшырыуында фатир, машина һәм Сочиға билеттар уйнатыласаҡ.
Әйткәндәй, ойоштороусылар еңеүселәр менән үҙҙәре бәйләнешкә сыға. Бер ниндәй ҙә код, СМС-хәбәр һорамайҙар, иғтибарлы булығыҙ!