Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Сентябрь 2024, 04:15

"Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!"

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе республика халҡын гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырҙы: "Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!"

"Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!""Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!"
"Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!"

 

 

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һайлауҙар барышы тураһында һөйләне.

 

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов "Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һайлауҙар барышы тураһында һөйләне.

 

«Төбәктә 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан  Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) бара, – тине Азат Ғәлимханов. – Һайлауға әҙерлек өсөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы яуаплы. Мәскәүҙә бер комиссия төҙөлдө».

 

Азат Булат улы әйтеүенсә, 6 сентябрҙең 9.00 сәғәтенә һайлау участкаларында эш тыныс, үҙ тәртибе менән бара. Һәр участкала янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.

 

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе республика халҡын гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырҙы: "Һайлауҙарҙа көтәбеҙ!"

Автор:
Читайте нас