Өфөлә эшләгән йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙың һайлау штабы вәкилдәре булып китте. Улар ошо мөһим көндәр тураһында фекерҙәре менән бүлеште.
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың ышаныслы вәкиле Владимир Савичев, "Яңы кешеләр" партияһы вәкиле Руслан Дәүләтшин, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” партияһы вәкиле Екатирина Самсонова һайлауҙарҙың тәүге сәғәттәрендә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты .
Екатерина Самсонова һайлауҙарҙың тыныс, үҙ яйы менән үтеүен билдәләне, ҡалған көндәрҙә лә тауыш биреү ғәҙел, тәртип боҙоуһоҙ барырына ышаныс белдерҙе.
Руслан Дәүләтшин халыҡтың тауыш биреүгә яуаплы ҡарауына ҡыуаныс белдерҙе. Һайлауҙар лайыҡлы үтер, тигән фекерҙә ул.
Владимир Савичев әйтеүенсә, һайлауҙарға әҙерлек юғары кимәлдә. Шулай уҡ ул иртәнге һигеҙҙән һайлау участкаларында сират булыуына ҡыуаныс белдерҙе. Был ю, уның һүҙҙәренсә, һәр кем республиканың киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоуын күрһәтә.
Брифингта сығыш яһаусыларҙың бөтәһе лә тауыш биреү тәртип боҙоуһоҙ барғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күҙәтеүселәр ялыу менән мөрәжәғәт итмәгән, халыҡ "Ҡыҙыу линия"ға күбеһенсә ойоштороу һорауҙары менән шылтырата.