Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2024, 10:27

Тауыш биреү - ул хоҡуҡ

Тауыш биреү - ул хоҡуҡ
Тауыш биреү - ул хоҡуҡ

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау уҙа. Өфөлә Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй.

 

Философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов, политолог, тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев Башҡортостанда барған һайлау буйынса  фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 

— Һайлауҙарҙың өс көн барыуы — халыҡҡа ҡарата хөрмәт билдәһе. Сөнки хәҙер һәр кемдең ҡабаланмай тауыш биреү мөмкинлеге бар.

Һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар һаны ла бик мөһим, тап шул һан халыҡтың кәйефен, киләсәккә ҡарашын күрһәтә. Шуға ла күберәк кешенең тауыш биреүе кәрәк. Минең фекеремсә, халыҡтың 60 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәр. Беренсенән, республика башлығы һәр беребеҙҙең тормошона йоғонто яһай. Икенсенән, хәҙерге ябай булмаған ваҡыттарҙа һәр кем үҙ позицияһын белдерергә ынтыла. Өсөнсөнән, һуңғы йылдарҙа республиканың үҫеше лә кешеләргә йоғонто яһай, йәмәғәт тормошона ҡыҙыҡһыныу уята, - тине Сергей Семенов.

– Коллегам менән тулыһынса килешәм, күпселек һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ. Шуны иҫебеҙҙән сығармайыҡ: тауыш биреү - ул бурыс түгел, ә хоҡуҡ. Киләсәктә республика өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырлыҡ кешене һайларға хоҡуғыбыҙ бар. Тауыш биреү - бюллетенде һауытҡа ташлау ғына түгел. Тауыш биреү - власть тыуҙырыу. Был һайлауҙарҙа йәштәр ҙә әүҙем ҡатнашыр тип уйлайым, сөнки улар тауышынан киләсәктә күп нәмә торғанын яҡшы аңлай, - тине Сергей Лаврентьев.

Автор:
Читайте нас: