Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2024, 10:08

"Халыҡ сәйәсәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы"

Юрист журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

"Халыҡ сәйәсәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы"
"Халыҡ сәйәсәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы"

"Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә юридик фәндәр кандидаты, Хоҡуҡ институты доценты, Ютубта үҙ каналын алып барған блогер Игорь Кузнецов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

 

Игорь Александрович махсус хәрби операция төбәктәрҙә барған һайлауҙарға ниндәй йоғонто яһағаны тураһында һөйләне.

- Махсус хәрби операция башланыу менән халыҡ сәйәсәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы. Һәр кемдең бөгөнгө яңылыҡтарҙы, иртәгә нимә булырын белгеһе килә. Шулай уҡ дошмандар төрлө санкциялар беҙҙең рухты һындырыр тип көткән ине, әммә беҙҙең халыҡ киреһенсә берләште. Быйылғы һайлауҙарҙың үҙенсәлеге тап шунда, - тине Игорь Александрович.

 

Белгес шулай уҡ тауыш биреүгә бәйле фейк яңылыҡтарға ҡарата фекерен әйтте:

- Кисә интернетта фейк яңылыҡ таралды. Йәнәһе, Башҡортостанда бюллетендәрҙе боҙғандар. Фотоһүрәттәрҙе яҡынайтып ҡараһаң, шунда уҡ әллә нисә йыл элек булған бюллетендәр икәне күренә. Был дошмандарҙың алдан планлаштырған эше, - тигән фекерҙә Игорь Александрович.

Автор:
Читайте нас: