"Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың Профсоюздар Федерацияһы Советы рәйесе Гүзәл Мирошниченко эшселәрҙең тауыш биреү хоҡуҡтарын, һайлау комиссияһы ағзаларының хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау тураһында һөйләне.
— Профсоюздар - булды, булған, буласаҡ. Беҙҙең ойошма - әһәмиәтле һәм кәрәкле. Эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, лайыҡлы шарттар тыуҙырыу, лайыҡлы эш хаҡы булдырыу - һәр ваҡыт көнүҙәк һорау булып ҡаласаҡ, — тине Гүзәл Фәрит ҡыҙы.
Башҡортостандың Профсоюздар Федерацияһы Советы һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша, уларҙың ағзалары араһында ла йәмәғәт күҙәтеүсеһе бурысын үтәүселәр бар. Гүзәл Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, күҙәтеүселәр эше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
– Һайлауҙар ваҡытында Профсоюздың төп бурысы - йәмәғәт күҙәтеүселәренә лайыҡлы эш шарттарын тыуҙырыу, хоҡуҡ боҙоу буйынса ялыу килһә, ярҙам итеү, мәсьәләне хәл итеү, – тип билдәләне белгес.