Бында киң мәғлүмәт саралары һайлауҙар барышы тураһында оператив мәғлүмәт ала.
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә көн дауамында политологтар, эксперттар сығыш яһаясаҡ, һайлау участкаларынан тура бәйләнеш ойоштораласаҡ. Бөгөн үҙәктә эш кисәге көндөң һөҙөмтәләре менән танышыуҙан башланды.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова күҙәтеүселәрҙең социаль селтәрҙә әүҙем булыуын билдәләне. 13 меңдән ашыу күҙәтеүселәр араһында блогерҙар ҙа бар. Улар һайлауҙың тәүге көнөндә 5 меңдән ашыу пост яҙған.
Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, журналистар һайлауҙың тәүге көнөндә 4 меңдән ашыу мәҡәлә яҙған, сюжеттар төшөргән.
Журналистарҙың, блогер-күҙәтеүселәрҙең һайлауҙарҙы әүҙем яҡтыртыуы тауыш биреүгә теләүселәрҙең һанына йоғонто яһай. Ҡалған төбәктәр менән сағыштырғанда Башҡортостан әүҙемдәр рәтендә: тәүге көндә республикала һайлаусыларҙың 29,40 проценты (873 меңдән ашыу) үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.