Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь , 11:34

"100 йыл элек һаңғырау кешеләрҙең тауыш биреү хоҡуғы булмаған"

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр нисек тауыш бирә? 

"100 йыл элек һаңғырау кешеләрҙең тауыш биреү хоҡуғы булмаған"
"100 йыл элек һаңғырау кешеләрҙең тауыш биреү хоҡуғы булмаған"

"Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләнеләр.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов әйтеүенсә, беҙҙә 225 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һайлаусы йәшәй.

 

– Беҙҙә һайлау участкаларының 90 проценты беренсе ҡатта урынлашҡан, 75 процентында пандустар бар. Күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн биш махсус участка эшләй, улар Өфөлә, Белоретта, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан. Участкаларҙа ярҙамға килерлек ирекмәндәр ҙә эшләй. Өйҙә тауыш биреү мөмкин. Кешеләр әүҙем һайлауҙарҙа ҡатнаша, – тине ул.

 

Шулай уҡ брифингта “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина. һаңғырау кешеләрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләне.

 

— 100 йыл элек һаңғырау кешеләрҙең тауыш биреү хоҡуғы булмаған. Шуға ла бөгөн һайлауҙарҙа улар әүҙем ҡатнаша, ғаиләһе, дуҫтары менән килә. Уңайлы шарттар тыуҙырылған, махсус колл-үҙәк эшләй , — тине Ольга Шевнина.

 

БР йәмәғәт палатаһы вәкиле Булат Сафин, беренсе төркөм инвалиды, үҙенең тауыш биреү тәжрибәһе тураһында һөйләне:

- Күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн биш махсус участка эшләй, әммә мин үҙем икенсе ерҙә тауыш бирҙем. Башта участкаға шылтыраттым. Улар мине ҡаршы алды, ярҙам итте. Тимәк, күреү һәләте насар булғандар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Иң мөһиме  һайлау участкаһында ошо көндәрҙә эшләгәндәр тарафынан - кешесә мөнәсәбәт булһын. Сөнки тормошта күп проблемалар, ҡаршылыҡтар күргәндәр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә, фекерен белдерергә һәр ваҡыт әҙер, - тине Булат Сафин.

Автор:
Читайте нас: