Күҙәтеүсе-блогерҙар социаль селтәрҙәргә постар яҙа, законға ярашлы видеояҙмалар ҙа эшләргә хоҡуҡтары бар.
Ольга Юдина Дәүләкән районының 1718-се һайлау участкаһында ниҙәр барғаны тураһында һөйләне:
— Беҙҙең участкала байрамса кәйеф һаҡлана. Аҙаҡҡы көн булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр һайлауға килә. Әлбиттә, беренсе көндәге кеүек сират юҡ, шулай ҙа ғаиләләр менән килеүселәр күп. Тауыш биреүселәрҙең 60 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәне.
Рита Некрасова “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәге менән тура бәйләнешкә сығып, Сибай ҡалаһы участкаларында хәлдәр менән таныштырҙы:
— Йәмәғәт штабы ағзаһы булараҡ беҙ Сибай ҡалаһының күп кенә участкаһында булып өлгөрҙөк. Бар ерҙә лә тәртип, тыныслыҡ. Әле булған учатсала МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙгә бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Һайлаусыларҙың 40 ашыу проценты тауыш биргән.