-6 °С
Болотло
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә көн дауамында политологтар, эксперттар сығыш яһаясаҡ, һайлау участкаларынан тура бәйләнеш ойоштораласаҡ. Бөгөн үҙәктә эш үткән көндөң һөҙөмтәләре менән танышыуҙан башланды.
— Беҙҙе Өфөөнән тыш республиканың төрлө ҡала, райондарында эшләйбеҙ. Ике көн күҙәткәндән һуң һайлаусыларыбыҙҙың төп үҙенсәлеген әйтә алабыҙ - тауыш бирергә яңғыҙ йөрөмәйҙәр. Һайлауҙарға кешеләр ғаиләһе менән килә. Шулай уҡ милли костюмдарҙа килеүселәр күп. Тағы ла шуны билдәләп үтке килә, конфликттар, тәртип боҙоу булманы. Был халҡыбыҙҙың юғары мәҙәниәт кимәле тураһында һөйләй, — тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова