Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь , 08:43

Һайлаусыларҙың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән

Райондар араһында лидер ҙа билдәле. 

Һайлаусыларҙың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән
Һайлаусыларҙың 51 проценттан ашыуы тауыш биргән

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һайлауҙар барышы менән таныштырҙы.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы быйыл өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла. Һайлауҙы әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә. Бер комиссия Мәскәүҙә төҙөлгән.

 

8 сентябрҙең 9.00 сәғәттәге мәғлүмәттәр буйынса, участкаларға килеүселәр һаны 51 проценттан ашҡан.

 

Асҡын, Балтас һәм Благовар райондары – лидерҙар рәтендә, уларҙа тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 60 проценттан ашыу тәшкил итте. Ҡалары араһында лидерҙар - Ағиҙел, Күмертау, Салауат.

 

Автор:
Читайте нас: