Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь , 09:11

«Рәхмәт-2024» акцияһының 150 еңеүсеһе билдәле булды

  Бүләктәр араһында квадроцикл, телевизор, ноутбук, телефон һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр.

«Рәхмәт-2024» акцияһының 150 еңеүсеһе билдәле булды
«Рәхмәт-2024» акцияһының 150 еңеүсеһе билдәле булды

"Башҡортостан Башлығын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә "Рәхмәт-2024" акцияһының ойоштороу комитеты ағзаһы Римма Бикмырҙина тәүге көн һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

 

Һайлауҙың тәүге ике көндә 150 еңеүсе билдәләнде.  Бүләктәр араһында квадроцикл, телевизор, ноутбук,

телефон уйнатылды.

— Кисә сайтыбыҙға һөжүм булды. Бер минут эсендә сит илдәрҙән теркәлеүгә 700 ашыу ғариза килде, шунлыҡтан республика халҡының сайтта теркәлеү менән  ауырлыҡтары тыуҙы. Был проблеманы тиҙ төҙәттек, — тип һөйләне Римма Бикмырҙина.

 

QR - билеттарҙы бөгөн 21.00 сәғәткә тиклем теркәргә була.

 

«Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы колл-үҙәккә шылтыратып бирергә мөмкин: 8-927-333-45-22.

 

Бүләк уйнатыу дауам итә:

 

Бөгөн, 8 сентябрҙә, көндөҙгө 2-лә яңы бүләк эйәләре билдәде буласаҡ.

Шулай уҡ "Бүләктәр төнө" ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк оторға мөмкин.

 

13 сентябрҙә төп приздар уйнатыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: