Шундай ҙур бәхет бит ул өләсәйле булыу! Олатайым да булды булыуын,тик ул мин бәләкәйерәк саҡта мәрхүм булып ҡалды.Өләсәйем иһә ,мин медицина училищеһының икенсе курсында уҡығанда баҡыйлыҡҡа күсте.(Йәндәре йәннәтә булһын инде мәрхүмкәйҙәрҙең).
Үҙемде белә башлағандан бирле өләсәйем ҡайҙа барһа ла ,тәтәй күлдәгемде кейҙереп мине эйәртеп йөрөй торғайны.
-Ай-һай был Нурияның ҡыҙы мы,ҡалай ҙурайған,күҙ тимәһен -тип ҡаршыларҙар ине оло йәштәге инәйҙәр.Үҙҙәре янына ,йәнәшә ултыртып ,тәмле кәнфиттәр менән сәй эсергәс,кеҫәмә лә тултырып ҡайтара торғайнылар. Күрше- тирә хәҙерге ваҡытта кереп бер-береһенең хәлендә белешмәй ә ул заманда ,өләсәйемдәрҙән кеше өҙөлмәне.Әле береһе,әле икенсеһе килеп,сәй эсеп,рәхәтләнеп ултырып ауыл хәлдәрен һөйләшеп ҡайтып китер ине...Өләсәйемә һуғыш башланғанда ун йәш- ул ғаиләлә иң өлкәне,унан башҡа тағы бер ҡустыһы һәм ике һеңлеһе булған.Атаһы һуғышҡа киткәс,быуындары нығынып та етмәгән үҫмер ҡыҙ өҫтөнә ауыр эш йөкмәтелә.Астан үлмәҫ өсөн улар ҡустыһы менән көтөү көтөргә ялланалар.Иртә яҙҙан,ҡара көҙгә тикле көтөү көтөп ,ас, яланғас күп интегәләр.
-Аяҡҡа кейергә булмағас,һыуыҡта яланаяҡ йөрөнөк,һыйыр тиҙәгенә баҫып туңып бөткән бәләкәс аяҡтарыбыҙҙы йылыта торғайныҡ- тип өләсәйемдең һөйләгәне һаман иҫтә.Шул саҡтарҙа мин уны йәлләп илай ҙа торғайным хатта.Ауылдың барлыҡ үҫмер ҡыҙҙарын йыйып һал ағыҙырға ебәрәләр бер мәл,өләсәйем дә бара.
-Ундағы ауыр эшкә нисек түҙҙек икән,Хоҙай ғына белә-тип иҫләгән һайын өләсәйем яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен тыя алмай,һөртөп ала торғайны. Ауылға ҡайтып оҙаҡ та тороп өлгөрмәй,өләсәйемде юл төҙөргә ҡалаға ебәрәләр.Унда ла эш баллы-шәкәрле булмай. Йәштәре еткән ҡыҙҙар , күбеһе тормошҡа сығып,ҡалала ҡалалар. Өләсәйем дә тәүге мөхәббәтен осрата,тик ниңәлер тормош юлдары аймылышып,ул ауылға ,йөклө көйө, яңғыҙ ҡайта.Ваҡыты еткәс туптай,һап-һау ир бала таба.Һуғыштан һуң,күп ауылдарҙа ,ир егеттәр һаны аҙ булғанлыҡтан ,ҡатын-ҡыҙҙар күбеһенсә яңғыҙ донъя көтә.Өләсәйем дә 30 ға етеп барғанда,һуң ғына, бәләкәй сағында ,ҡыҙылса ауырыуы менән ауырып зәғифләнгән,(ишетмәгән һәм ымлап ҡына һөйләшкән)олатайыма кейәүгә сыға.
Тормош яйлана,халыҡ әкренләп икмәккә туйына башлай.Олатайым менән өләсәйем дә тырышып эшләп,өй һалып сығалар.Тағы бер улдары һәм ҡыҙҙары тыуа . Ғүмер буйы хаҡлы ялға сыҡҡансы өләсәйем мәктәптә иҙән йыуа.Ул ваҡытта ҡайҙа инде хәҙерге һымаҡ газ. Мейескә күпме күмер,утын ташып яғырға,балалар мәктәпкә килгәнсе ,ҙур-ҙур класстарҙы йылытырға кәрәк була.
Һыу ҙа крандан ағып тормай,йылғанан ташып ,иҙәнде йыуып,кис еткәс ,саҡ эшен бөтөп өйгә ҡайта йыйыштырыусылар. Өйҙә лә,тауыҡ сүпләһә лә мәңге бөтмәҫ ҡатын-ҡыҙ эше. Ашарға бешереү,балаларҙы тәрбиәләү,мал ҡарау...күпме сабырлыҡ талап итә.Һоҡланмаҫлыҡ түгел шул,ул дәүер кешеләренә.
Бесән эшләүҙе генә уйлайым да,аптырайым.Әлеге ваҡытта бесән тулыһынса тиерлек техника ярҙамында атҡарыла.Ә ул саҡта,ат арбаһына тейәләләр ҙә,ҡояш нурҙарынан алда урман төпкөлөнә сабынлыҡҡа баралар.Мин дә эләктем ул эшкә,ҙурая килә.Барғас та олатайым атты туғара ла,тышап ебәрә.Үҙе ултырып салғыһын тапап ала.Теҙелешеп китәләр бер -бер артлы:
олатайым,атайым,өләсәйем,әсәйем...салғы тауыштары ғына яңғырап тора.Ә яңы сабылған үлән еҫе, әллә нисә йылдар үтһә лә танау осонда...Мин дә эшһеҙ ултырмайым,тырма тотоп кипкән бесәнде күтәремләйем.
-Ҡыҙым эшкә эшкингән ,үҙебеҙгә оҡшап уңған икән-тип маҡтаһалар,әллә кем булып китәм дә,тағы ла тырышыбыраҡ эшләгән булам! Төш, ут яғалар ҙа сәй ҡайнатырға ҡаҙан аҫалар.Өйҙән килтергән ризыҡтар менән тамаҡ ялғап алғас,көн эҫеһендә, ағас күләгәһендә серем итеп ала барыһы ла,тик минең ятҡым килмәй.Мин йә сиңерткәләрҙе баҫтырам,йә сәскә йыйам,үҙемә уйын табып уйнайым.Артабан эш шул уҡ тәртиптә кискә тикле дауам итә,көтөү ҡаршыларға,тейәлешеп ҡайтып етәбеҙ.Бесән эше ике-өс аҙнаға һуҙыла.Беҙ ҡайтып китһәк, олатай менән өләсәй күбеһенсә икәү йөрөйҙәр бесәнгә...
14-15 йәштәр булғандыр, өләсәйем икмәк баҫырға өйрәтте.Тәүҙә белгәнеңсә баҫ тиеп ,күршеләргә йомош менән кереп китте.Мин инде,күп тапҡыр,ситтән әсәйемдең дә,уның да икмәк баҫҡанын күҙәткәнем булғас,ул эштең бер ауырлығын да күрмәнем.Әҙер ҡомалаҡ сөпрәхенә ,йылымса һыу,он өҫтәнем дә еңел-елпе 10 минуттай ,тырышып ике ҡуллап ,баҫтым ҡамырҙы.Табаҡты йылы урынға ултырттым,өҫтөн ябып, көнбағыш сиртергә солан бүлмәһенә инеп киттем.Тик өләсәйем ҡайтып инде лә,мине әрләргә тотондо,яңынан,он өҫтәтеп ,бер сәғәт тирәһе икмәк баҫтырҙы.-Бына шулай, икмәк ҡамыры бер төйөрһөҙ булһын өсөн,ете ҡат тирең сығырға тейеш,ул һиңә анһат эш түгел тип,һамаҡлап эргәмдә ултырҙы.
Медицина училищеһына уҡырға ингәс,ҡыуанғанын күрһәгеҙ:
-Аллаға шөкөр үҙебеҙҙең укол һалыусыбыҙ, дауалаусыбыҙ була - тип күршеләргә маҡтанып бөттө. Гел ярҙам итте,ҡайтып ,китеп йөрөгәндә тәмле аштары менән һыйланы,юллыҡ аҡсаһын биреп торҙо.Диплом алғанды ғына күрергә насип булманы ҡәҙерле кешемә...Яман шеш ауырыуы ҡыйҙы ғүмеркәйен.Ауырыу аяҡтан йыҡҡас та,ул изге теләктәрен теләп, беҙҙең өсөн ҡайғырҙы.
-Аҡыллы ғына кейәүгә барһаң ине балам,ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән бит ул-тейер ине...Ашар ризыҡтарын ашай алмай интеккәндә,йәшенеп илай инем.
Бәхетле булды минең бала сағым! Өләсәйле булды! Шул саҡтарға бер генә мәлгә кире ҡайтырға ине лә бит,булмай. Ваҡыт бик тиҙ үтә, тиҙҙән үҙебеҙ ҙә өләсәй,олатай булырбыҙ тип ышанғы килә,иншалла.
Рита Аҡкилдина