Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь , 09:15

Овсаннамы? Антипмы?

Сабыйҙарға хәҙер шундай үҙенсәлекле исем ҡушалар.

Овсаннамы? Антипмы?
Овсаннамы? Антипмы?

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 18 сентябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк һәм популяр исемдәрен атанылар. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Шулай итеп, ҡыҙ балалар араһында осраған һирәк исемдәр – Альвина, Овсанна, Эйлина, Найлә һәм Адилия. Малайҙарға Нәсим, Илфир, Эван, Антип, Рәхимбай тип ҡушҡандар.

Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре – Әминә (329), София (278), Эмилия (273), Ева (271), Арина (266). Малайҙарҙа иһә Әмир (412), Тимур (275), Марк (273), Артем (261), Эмир (261).

 

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: