Бөгөн Ғәзим Шафиҡовтың йәшәгән йортонда (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 31/33 йорт) таҡтаташ асылды.
Таҡтаташтың авторы - скульптор Илдус Закиров.
Тантанала БР Яҙыусылар союзы етәкселәре, Ленин районы хакимиәте вәкилдәре, әҙәбиәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Улар бөйөк шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, юҡһыныу хистәре тураһында һөйләне.
- Мәскәү Әҙәбиәт институтында уҡып ҡайтҡас, Ғәзим Шафиҡовты Яҙыусылар союзына консультант итеп эшкә алдыҡ. Шул саҡта ул йөкмәткеле докладтар әҙерләй ине. Халҡыбыҙҙың шәхестәрен, репрессия ҡорбандарын Дауыт Юлтыйҙы, Ғабдулла Амантайҙы һәм башҡа даһиҙарҙы, уларҙың ижадын танытыуға тос өлөш индерҙе. Уның әсәһе - Ғафури районынан, атаһы - Ауырғазы районынан, яҙыусы үҙе Хәйбулла районында үҫкән. Өс район да уны үҙ улы итеп күрә. Уның кеүек шәхестәр йөҙ йылға бер тыуа. Ғәзим Шафиҡов халҡыбыҙға ҙур мираҫ ҡалдырҙы, уның иҫтәлеге мәңгелек, - тип һөйләне Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.
Йылы һүҙҙәр яңғырағандан һуң иҫтәлекле таҡтаташтың алдына сәскәләр һалынды.
Ғәзим Шафиҡов (1939-2009) — күренекле башҡорт шағиры, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе, фольклорсы. «И совесть, и жертвы эпохи» тигән китабы өсөн Ғәзим Шафиҡов Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына лайыҡ була. БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, М.Аҡмулла, Сергей Чекмарев, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Фото: Т. Рәсүл.