Көн һайын иртән яр буйында ҙур сатыр аҫтында бер ҡатынды күрәм. Уның һыу ингәнен, ҡыҙынғанын күргәнем юҡ. Диңгеҙгә ҡарап уйланып ултырғанын ғына шәйләйем. Бер көндө рөхсәт һорап, әйберҙәремде янында ҡалдырҙым да, йөҙөп туйғас, эргәһенә сүгәләп, таҫтамалға урандым:
– Һеҙ йөҙә белмәйһегеҙме әллә?
– Беләм, – тип йылмайҙы ҡатын. – Тик миңә әлегә ярамай. Ә, бәлки, бер ваҡытта ла ярамаҫ...
– ?
– Бөйөрөмдә шеш таптылар ҙа операция яһатҡайным, – тип аңлатты Галина*. – Һаҡланырға кәрәк.
– Диңгеҙ һауаһын һуларға килдегеҙме?
– Йәшлек мөхәббәтен һағынып, тип әйтәйемме икән, эҙләпме килгәйнем дә, – Галина ҡара күҙлеген систе. – Яман шеш табылғас, ҡурҡтым мин. Юҡ, сирҙән, ауыртыуҙан, үлемдән бигерәк, кинәт үлеп китһәм, мөхәббәтем яралған, һөйгәнем менән осраштырған ерҙе ҡабат күрмәй китеп барырмын, тип ҡурҡтым. Шулай хыялыйыраҡ кешемен.
Иремдең простата менән проблемалары башланғас, УЗИ-ға барҙы. Мине лә иптәшкә эйәртте. Шәп бер клиникаға барғас, әйҙә, һин дә бер юлы тикшерелеп ҡайт, тигәс, ҡаршылаштым, йәнәһе лә, эштә йыл һайын профтикшереү үтеп торабыҙ, артыҡ аҡса яуы һ.б., һ.б. Шулай ҙа, ирем ныҡышҡас, УЗИ-ны үттем. Һәм бөйөрҙә шеш таптылар. Төплө тикшергәстәре шештең яман булыуы, беренсе стадияла икәнлеге асыҡланды. Берәй симптомы булһасы! Һин дә мин йәшәп яттым бит әле ул. Тәмәке тартыуҙың касафаты булыуы мөмкин, тине табиптар. Бәлки... Операция өҫтәленә ятҡанда, берҙән-бер мөхәббәтемде иҫләп, имен-һау дауаны үтһәм, мотлаҡ уны эҙләп ҡарайым, тип нәҙер әйттем.
– Таптығыҙмы? – китергә йыйындым.
– Уф-ф, – Галина көрһөндө. – Ултыр әле, торма... Таптым, тиһәң дә була. Мин ҙур ҡалала ябай ғаиләлә үҫкәнмен. Ҡаламдан бер ҡайҙа ла ситкә киткәнем булманы, ашҡынманым да. Хатта мәктәпте тамамлағас, юғары белем алыр өсөн ҡайҙалыр барырға ымһынманым. Үҙебеҙҙең ҡалалағы институтҡа индем. Артымдан Юра исемле егет йөрөнө. Ялҡауы килеп кенә йөрөнө инде. Был нисек буламы? Минең йән серҙәшем, бер туған апайым Ира уның яҡын дуҫы Валентин менән ихлас яратышты, беҙ уларға ҡушымта булып йөрөнөк. Өс йыл йөрөнөк, тик тойғолар ҡайнарланырға уйламаны ла. Күңелем мөғжизә көҫәне, романтика көттө, әллә кемде юҡһындым.
Институттан һуң мине Абхаз АССР-ына, Ткуарчал-Ткварчели ҡалаһына йүнәлтмә менән ебәрҙеләр. Ата-әсәм, ер сигенә ебәрәләр ҙә һуң, тип ҡайғырышһа ла, мин, уның ҡарауы Ҡара диңгеҙгә, тип уларҙы йыуаттым. Тик диңгеҙҙән алыҫта, тауҙар ҡуйынында булып сыҡты был таусылар ҡалаһы. Грузияға яҡын ғына. Тәү күреүҙән ғашиҡ итте Ткуарчал! Бер генә юл бара унда. Башҡа яҡтарҙан тулыһынса бейек-бейек тауҙар! Унда барып еткәс, “Ходжал” тигән ҡунаҡханаға урынлашып, ҡаланы йөрөп сыҡтым. Үҙемде әкиәткә барып сыҡҡандай тойҙом. Һеҙ унда булғанығыҙ юҡмы? Форсат килеп сыҡһа, мотлаҡ барығыҙ.
Мин бына машина яллап, барып ҡайттым да, ике көн иланым: 1992-1993 йылдарҙағы һуғыштан һуң ҡаланы танырлыҡ та түгел, емерелгән, ГРЭС эшләмәй, таныштар ҙа ҡалмаған. Ә мин тәүге тапҡыр барғанда ниндәй мөһабәт, гүзәл ҡала ине. Үрге һәм аҫҡы майҙансыҡтарға бүленгән, әллә күпме милләт халҡын берләштергән Ткуарчал. Абхаз, рус, йәһүд, украин, әрмән, грузин, белорус – кемдәр генә юҡ ине! Мин ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә, күңел күтәренкелеге кисереп, ошонда мотлаҡ бәхетле буласаҡмын, тип ҡыуандым. Ысынлап шулай булды ла – ғүмеремдең иң бәхетле мәле Ткуарчалда үтте, сөнки яуаплы һөйөүҙе татыным. Даур ине исеме һөйгәнемдең. Абхаз теленән тәржемә иткәндә “һөйөклө” тигәнде аңлата, ғәжәп бит? Танышыуыбыҙҙан алып бөтәһе лә ғәжәп ине. Иртән автобусҡа йүгереп киләм. Инде килеп еттем, тигәндә генә автобус ҡуҙғалып китте лә барҙы. Саҡ иламаным, тәүге эш көнөндә һуңла әле! Һәм шул мәлдә автобус туҡтаны ла ишектәре асылды. Осоп тигәндәй барып индем. Миңә кемдер ҡулын биреп, эскә үтергә ярҙамлашты. “Мин һине ғүмерем буйына көттөм”, – ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраған ҡалын тауышҡа һиҫкәнеп, башымды күтәрҙем. Бындай күҙҙәрҙе мин тәүге тапҡыр күрҙем. Йәшел күҙҙәрҙе оҙо-он ҡуйы керпектәр ҡаймалағайны. Тәрән һағыш ята ине ҡарашта. Егет йылмайып, усымды ипләп кенә ҡыҫты: “Даур, йәғни һөйөклө”. Шунда ғына бармаҡтарымдың һаманғаса уның усында икәнен аңланым. Уңайһыҙланып, ҡулымды тартып алдым. Арыраҡ китергә самалағайным да, автобус шығырым тулы, ҡымшанырлыҡ та түгел. Автобус кинәт сайҡалғас, ул мине билдән эләктереп, үҙенә яҡыныраҡ тартты. Даур менән тәнебеҙ – тәнгә, битем күкрәгенә терәлде. Аяғында ышаныслы баҫып торған егеттең көслө ҡулын билемдә, ҡайнар тынын ҡолағымда тойоуҙан йөрәк ярһып тибергә тотондо. “Ну, бөттө, һин юғалдың”, – тип кенә уйланым. Шатлыҡтан бигерәк болоҡһоу күберәк ине йөрәгемдә, сөнки беренсегә күргән егеткә ғашиҡ булдым. Кем ул, ниндәйерәк кеше – уның турала бер ни белмәйем, ни бары күҙҙәренә иҫем китеп, ҡулының билемдә ятыуына ризалыҡ ҡылып, еҫенә иҫереп килеүем генә. Шахтаның идаралығы туҡталышына барып еткәс тә, автобус эсенән пуля кеүек атылып сыҡтым. Артыма ла ҡарамай шәп-шәп атланым. Өндәшмәһә, ҡыуып етмәһәсе, тип тә шөбһәләнәм, үҙем, өндәшә күрмәһен, тип тиҙлекте арттырам. Ҡыуып етте! “Бындай етеҙ ҡыҙҙы тәүге тапҡыр осраттым, мотороллер кеүек елдерәһегеҙ”, – тине. Ә ниңә сайғаҡ кеүек түгел, тинем дә телемде тешләнем: “Их, ҡоралай, тиһәмсе!” Ул исемемде белеште лә, осрашырбыҙ, тип икенсе бинаға йүнәлде.
Мине коллектив менән таныштырҙылар ҙа эш көнө башланды. Ләкин миндә эш ҡайғыһымы? Даур баштан сыҡмай. “Сайғаҡ икән. Тапҡанһың кем менән сағыштырырға, йүнлерәк берәй нәмә уйлап таба алманыңмы?” – тип үҙемде үҙем әрләйем. Ҡулымдан колба-пробиркалар төшөп бара, реактивтарҙың исемдәрен бутайым. Кеше күрмәгәндә генә ридикюлдән көҙгө сығарып, йөҙөмә күҙ һалам, төҫһөҙ ҡаштарым, эре һипкелдәрем йәнгә тейә. Хис-тойғоларым кискәсә шундай ташты, хатта эсемә һыйышмай, күҙ йәше булып аҡты. Бәҙрәфкә инеп, һыҡтап алдым. Ҡыҫҡаһы, һөйөү көткән, һөйөргә һәм һөйөлөргә әҙер генә йөрәгем үҙ геройын тапты ла башкөлләй ошо тойғоға бирелде.Эш көнө бөткәс, туҡталышҡа йүгерҙем. Даур күренмәне. Автобустың баҫҡысына ғына һикереп менеп, салон эсенә күҙ йүгерттем дә, ул булмағас, тороп ҡалдым. Икенсе автобуста ла ул булманы... Кәйефем төшөп, илар сиккә еткәйнем, бер төркөм ир-егеттең килгәнен абайланым. Аяҡ остарына баҫып, үрелеп ҡараным. Даур араларында килә ине. Еңел тын алдым да килеүселәргә артым менән боролоп торҙом. “Һин мине көттөңмө, Галюшка?” – ҡалын тауышҡа кинәт әйләнеп, саҡ егеттең муйынына һырылманым! Ләззәт икән дәһә ул яратҡан кешеңдең тауышын ишетеүе! “Эйе, шулай икән, ти, – танау буйынан ғына уға ҡарап, этләшәм үҙем. – Кем ул һеҙ шул тиклем көтөрлөк?!” Йылмайҙы: “Һинең яҙмышың, алтыным”. Минең яҙмышым... Булыр ҙа ине, әгәр арабыҙға һуғыш инмәһә. Грузин-абхаз конфликтын әйтәм.
Ысын һөйөүҙең ни икәнен беләһегеҙме? Яратҡан кешеңде күрмәһәң, тауышын ишетмәһәң, ҡояш нуры һүрелә, тының ҡыҫыла, йөрәгең ауырта. Бер туҡтауһыҙ уны күрге, ишетке, һөйләшке, ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөгө килә. Беҙ Даур менән шул тиклем матур дуҫлаштыҡ. Ул ысын ир-егет ине. Һаҡлаусы, яҡлаусы, хәстәрлекле романтик. Ҡыҙыҡ өсөн аҫылмалы күпер буйлап тегендә-бында йөрөүҙәр, ҡаланың аҫҡы һәм үрге майҙансыҡтарын тоташтырған 232 баҫҡыстың һәр береһенә хыял-теләктәр әйтеп, шуларҙы һуңынан гелән ҡабатларға тырышып көлөүҙәр, Гализга менән Гиджирканың боҙло һыуҙарында шаярып ҡойоноуҙар, Акармара ҡасабаһы янындағы Великан шарлауығы артында үбешеү... Үҙенең тыуған яғын өҙөлөп һөйгән Даур мине ҡайҙарға ғына алып барманы! Эргә-тирәләге тауҙар, йылғалар, шарлауыҡтар ҡалманы. Текә-текә ерҙәрҙән һуҡмаҡтар ғына буйлап барып, Великан шарлауығына барып сыҡҡас, алдымда асылған матурлыҡтан, бөйөклөктән телһеҙ ҡалғайным. Абхазияла кеше алдында үбешеп-ҡосаҡлашмайҙар, был улар өсөн ят күренеш. Даур ҙа мине кеше күрмәгәндә генә етәкләй торғайны. Һәм бына шул шарлауыҡтың артында ғына уйым бар ине, Даур мине шунда беренсе тапҡыр үпте. Мәңге иҫтә ҡалырлыҡ булды ул үбешеү. Артта – ҡая-тау, алда – шарлап аҡҡан тонналарса һыу шаршауы, шарлауыҡтың ҡолаҡ тондорғос тауышы, Даурҙың күҙемә ҡарап бер мәлгә генә юғалып ҡалыуы һәм кинәт яндырып үбеүе. Ошо мәл өсөн ғүмерең дә йәл түгел ине. Ул шунда кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ҡолағыма: “Галюшка, йәнем минең, кәләшем бул!” – тип ҡысҡырыуына ҡытығым килде, мин көлә-көлә түшенән этеп, ярай һуң, тип һөрәнләп яуапланым. Һәм икебеҙ ҙә етәкләшкән килеш иҫәрҙәр кеүек ҡысҡырырға тотондоҡ: “Эйе! Эйе! Эйе-еее!”
Ә илдә тынғыһыҙ көндәр башланырға ла күп ҡалмағайны, тик беҙ уның хәүефен әлегә тойманыҡ. Бәхеттән иҫергәйнек. Шул ваҡытта өйҙән телеграмма килеп төштө. Ираның фажиғәле үлеме, Валентиндың ауыр хәлдә булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Бәпестәре тураһында ләм-мим. Район элемтә үҙәгенә барып, телефондан өйгә шылтыратҡайным, әсәйем, илай-илай, Ира менән Валентинға паркта хулигандарҙың һөжүм итеүе тураһында һөйләне. “Сабыйҡай шыпа етем ҡала инде”, – тип һамаҡлаған әсәйемде ҡаты ғына бүлдерҙем: “Валя тере бит әле, ниңә уға үлем юрап тораһың?!” Апайымды ерләргә ҡайтырға ғариза яҙҙым (һуңынан хат аша ғына хәлде аңлатып яҙып, түләүһеҙ отпуск та алдым).
Даур менән хушлашыуҙы иҫләһәм, һаманғаса йөрәгем сәнсеп-сәнсеп ала. Нилектән күҙҙәрең һағышлы, тип һорай инең, һинең менән айырылышыуҙы алдан тойоуҙан ине ул, тип Даур муйынындағы сылбырҙы сисеп, миңә таҡты: “Был өшкөрөлгән, һине һаҡлаһын”. Һин яҡлауһыҙ ҡалаһың бит, тип күҙ йәшенә батып юлға сыҡтым. Эске тойомлау була бит ул, икебеҙ ҙә һуңғы тапҡыр күрешеүебеҙҙе, гүйә, тойҙоҡ, ә шулай ҙа яҡшыға өмөтләндек. Ираны ерләгәс, дауаханала ауыр хәлдә ятҡан Валентинды, саҡ теле сығып килгән сабыйҙы ҡарау бурысы үҙенән-үҙе миңә ятты. Әлеге лә баяғы бешмәгән Юра артымдан йөрөп маташты, тик мин уға асыҡтан-асыҡ икенсе кешене яратыуымды әйттем. Даурҙың хаттарын тыным менән һурып алғандай көтөп алдым. Ҡала-ара телефон бәйләнеше булмаһа, һағыныуҙан үлергә мөмкин ине. Валентин яйлап арыуланды, миңә эшкә китергә ваҡыт етте. Ләкин юлға сығып өлгөрмәнем: 1992 йылдың 14 авгусында Абхазияла һуғыш тоҡанып, Ткуарчалдың блокада эсендә ҡалыуы билдәле булды. 413 көн дауам итте ул ҡурҡыныс блокада. Хат та, хәбәр ҙә юҡ, Абхазияла мәхшәр... Ткуарчал ғына түгел, мин дә блокада эсендә ҡалдым. Һөйгәнемде уйлап, йәнем әрнене, көнөнә мең ҡат үлеп, мең ҡат терелдем. Уны эҙләп, бер ни уйламай ут эсенә барып та инер инем, тик ҡулымда – миңә көндән-көн эҫенгән сабый бала. Ут йота-йота, яңы хеҙмәт кенәгәһен астырып, үҙ ҡалабыҙҙа эшкә индем. Даурға яҙған хаттарым кире әйләнеп ҡайта торҙо. Шундай ауыр мәлдә Валентин еҙнәм мине үҙ хәстәре менән уратып алды. Нисек уның ҡуйынына барып ингәнемде, ауырға ҡалғанымды аңғармай ҙа ҡалдым. Ана шулай итеп Даурҙан төңөлөп, Валентин менән йәшәп киттем.
Һуғыш тамамланғас, лабораторияла бергә эшләгән ҡатынға Даурҙың яҙмышын белешеүен үтенеп хат яҙғайным, ул аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Бик күп шахтер ир-егеттең, ҡулына ҡорал алып, һуғышҡа китеүе, хәбәрһеҙ юғалыуы, ҡалала күптәрҙең блокада ваҡытындағы һыуыҡ ҡышты сыға алмай һалҡын тейҙереп һәм аслыҡтан үлеүе тураһында ғына яҙҙы: “Әллә күпме халыҡ күсеп тә китте...” Даурҙарҙың адресына тағы ҡат-ҡат хаттар яҙҙым, тик барыһы ла кире әйләнеп ҡайтты.
Валентин менән бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйбеҙ, ейәндәребеҙ ҙә бар инде, ә Даурға булған һөйөүем бер ҙә бөтмәй, кәмемәй, иҫкә төшкән һайын йөрәкте һулҡылдатып ебәрә. Төш кеүек кенә булып ҡалды ул тылсымлы көндәр. Минең менән булдымы икән был хәл, тип үҙ-үҙемдән һорайым, шундай мөғжизәне башҡа кешеләр ҙә кисерәме икән, тип уйҙарға батам. Операциянан һуң төш күрәм: имеш тә, Даур палатаға килеп инде лә мине шарлауыҡҡа әйҙәп алып китте, һәм шунда ҡолағыма эйелеп кенә: “Мин һинең яҙмышың, алтыным, – тип шыбырланы, – мин һине ғүмерем буйына көттөм”. Шул тиклем дә танһыҡ ине тауышы, артынан бушлыҡҡа эйәрҙем...
– Эҙҙәрен генә тапһам да, теҙләнеп үбер инем, тип Ткуарчалда уны эҙләнем. Эй-й, ошо сылбырын миңә таҡмаған булһасы! – Галина муйынындағы сылбырға бармаҡтары менән һаҡ ҡына ҡағылды.
– Һөйгәнемде эҙләп таптым, тинегеҙ түгелме? Әллә мин яңылыш аңланыммы?
– Таптым... Тик үҙен түгел шул, исемен генә. Илдең азатлығы өсөн башын һалғандарҙың исемлегендә. Сылбырын миңә таҡмаһасы...
Икебеҙ ҙә ауыр көрһөнөп, диңгеҙгә төбәлдек.
*Исемдәр үҙгәртелде.
Баныу Ҡаһарманова.