0 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, 26 октябрҙә, шәмбе, тәүге ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ 26, 30, 31 октябрҙә лә ҡар яуыуы фаразлана.
Әлбиттә, ул ерҙе ҡапламай, иреп бөтә, тик юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Шуның өсөн водителдәргә төрлө һауа торошона әҙер булыуҙарын, юлдарҙа имен-һау йөрөүҙәрен теләйбеҙ.
Ҡар ныҡлап ноябрь урталарында яуыр тип көтөлә.
Автор:Аклима Гизатуллина