"Ҡышҡы каникулдың иң күңелле көндәренең береһе булғандыр ул Һырғалаҡ байрамы үткән бөгөнгө көн. Йыл һайын үткәрелеп килгән Һырғалаҡ байрамына олоһонан алып, кесеһенә тиклем ашҡынып килгән. Ата-әсәйҙәре, ҡартатай-өләсәйҙәре, туғандары менән саф һауала тау шыуған балаларҙың йөҙҙәре шатлыҡ-ҡыуаныстан балҡый ине. Саф һауала ауылыбыҙҙың иң әүҙем ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән самауыр сәйе, күстәнестәре телде йоторлоҡ тәмле булды. Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, матур бүләктәр, тәмлекәстәр алып кинәнделәр. Балалар күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр тыуҙырыусы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һәр саҡ шулай татыу, берҙәм, һау булып, ихласлыҡта, бәрәкәттә, ырыҫлы ғүмер итергә яҙһын! Тыуған ауылыбыҙ ғәзиз балаларыбыҙҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон," - тип яҙалар Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы мәктәбе сайтында.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-186439277_2299