Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2025, 01:08

Раштыуа байрамы менән!

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө байрам менән ҡотланы.

Раштыуа байрамы менән!
Раштыуа байрамы менән!

"Хөрмәтле православие динен тотоусыларҙы Христос Раштыуаһы менән ихлас ҡотлайым!

Был байрам берләштер, өмөт бирә, иман нуры тарата, йөрәктәрҙе шатлыҡ менән тултыра, изгелектең яуызлыҡты еңеүенә ышанысты арттыра.

 

Башҡортостанда төрлө конфессиялар вәкилдәре йәшәй. Динебеҙгә ҡарамаҫтан, һәр кем изгелеккә ышанабыҙ, ғаиләбеҙ именлеге, уртаҡ йортобоҙ Рәсәй,

яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доғалар ҡылабыҙ.

 

Раштыуа- ғаилә байрамы, уны яҡындар, тыуғандар араһында ҡаршылау йолаға әүерелгән.

Һәр йортта шатлыҡ, үҙ-ара аңлашыу булыуын ихлас күңелдән теләйем", -  тиелә ҡотлауҙа.

Автор: Загида Мусина
Читайте нас