Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2025, 14:35

“Шоңҡар”ҙарҙың хеҙмәте баһаланды

Өс хеҙмәттәшебеҙ награда алды. Ҡотлайбыҙ!

“Шоңҡар”ҙарҙың хеҙмәте баһаланды
“Шоңҡар”ҙарҙың хеҙмәте баһаланды

Бөгөн Өфөлә башҡорт, татар матбуғаттары хеҙмәткәрҙәре өсөн үткән практик семинарҙа журналистарға наградалар тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында  “Шоңҡар”ҙың өс хеҙмәткәре лә бар.

Юғары һөнәри оҫталығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн журналдың өлкән мөхәрирре Гөлнур Ҡыуатова  Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының  Почёт грамотаһы, биҙәлеш мөхәррире Айнур Аҡылов  Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының Почёт грамотаһы, бүлек мөхәррире Заһиҙә Мусина Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының Рәхмәт хаты  менән бүләкләнде.

 

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен!

Автор:
Читайте нас