Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2025, 14:16

Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған юбилей сараһы үтте

Сара ижади мираҫы яңы быуынды илһамландырыуын дауам иткән күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды.

Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған юбилей сараһы үтте
Бөрөлә Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған юбилей сараһы үтте



Бөгөн "Өфө фән һәм технологиялар университеты" юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының Бөрө филиалында "Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре" исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сара ижади мираҫы яңы быуынды илһамландырыуын дауам иткән күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды.

Конференцияға билдәле фән һәм әҙәбиәт әһелдәре йыйылды. Абруйлы ҡунаҡтар иҫәбендә шағирә, драматург һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Башҡортостан ҡыҙы" баҫмаһының баш мөхәррире, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова, яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаев һәм шағирә Айгөл Ғәбитова булды.

Конференцияла ҡатнашыусылар хәҙерге филология контексында Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәренең урынын тикшерҙе. Шулай уҡ әҙәбиәттәге заманса тенденциялар тураһында ла һүҙ барҙы. Сараның темаһы менән илһамланған ҡатнашыусылар үҙҙәре менән яңы идеяларҙы һәм башҡорт әҙәбиәтен артабан үҫтереүгә ынтылышты алды.

Конференция аҙағында ҡунаҡтар Һәҙиә Дәүләтшина бюсына сәскәләр һалды, экспонаттарға бай күргәҙмәһен ҡараны.

Автор:
Читайте нас