Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2025, 20:06

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Иршат Теләүембәтов вафат булған

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Иршат Теләүембәтов вафат булған
Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: яҙыусы Иршат Теләүембәтов вафат булған

Арабыҙҙан билдәле яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтов китеп барҙы. Ауыр хәбәр менән БР Яҙыусылар союзында уртаҡлаштылар.

 

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай сабырлыҡ бирһен һеҙгә. 

 

 

Иршат Әнүәр улы Теләүембәтов 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районыАҫҡар ауылында тыуған[1]. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм Башҡортостан Республикаһы Президентыҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһындааспирантураны уңышлы тамамлай («Сәйәси процестар һәм технологиялар, этносәйәси низағтарҙы өйрәнеү» буйынса махсуслаша).

Хеҙмәт юлын 1985 йылда «Ленинец»—«Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә тәржемәсе булараҡ башлай.

1986 йылда Бөрйән леспромхозыныңкомсомол комитеты секретары итеп һайлана, ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы бюроһы ағзаһы була.

1990 йылдан 1995 йылға тиклем тыуған ауылында тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыта.

1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың июленә ҡәҙәр ете йыл «Башҡортостан» гәзитендәэшләй. Хәбәрсенән алып бүлек мөхәррире, баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем вазифа баҫҡыстарын үтә. Республикала, илдә һәм тотош донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға арнап аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай, үҙен үткер һүҙле талантлы журналист итеп таныта.

Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа өс мәртәбә (1995, 1997, 1998 йылдарҙа) ижади сәфәрҙә булып ҡайта. Бер нисә мәртәбә Һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға алып барып таратыуҙа ҡатнаша. Ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһай.

Юлъяҙмалары, сәйәси темаларға арналған мәҡәләләре өсөн 1996 йылда «Башҡортостан» гәзитенең йыл лауреаты була.

2002 йылдың июлендә «Шоңҡар» журналынабаш мөхәррире итеп күсерелә. Артабан Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып эшләп ала. Бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

2011 йылдың авгусында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

 

 

Иршат Теләүембәтовты тыуған яғында - Бөрйән районының Аҫҡар ауылында ерләйәсәктәр.

Автор:
Читайте нас