Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2025, 10:59

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Ә һеҙ Яныбай Хамматовтың “Хәсрәтле бала сағ”ын уҡып бараһығыҙмы? Оҡшаймы?

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!
Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың яңы һаны сыҡты!

Март һанының тышлығын “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының үҫтереү бүлеге белгесе Гөлдәр Вәлиева-Хужабиргәнова биҙәй. Был һылыу менән яҡындан “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...” тип аталған мәҡәләлә таныша алырһығыҙ. “Һәр быуындың үҙ батыры” тигән мәҡәләлә һүҙ Урал Ибәтуллин тураһында бара — ул әлеге көндә МХО-ла хеҙмәт итә. Яңы һанда шулай уҡ һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторы Гүзәл Мөфтәхетдинова, оҫта ҡуллы Илзидә Ғүмәрова тураһында ла уҡырһығыҙ.

Әҙәбиәт һөйөүсөләргә Яныбай Хамматовтың “Хәсрәтле бала сағ”ын, Сәлих Ваһаповтың “Үс” хикәйәһен, Рәмил Ғимраниның “Йәшлектәге хата” әҫәрен, Венер Исхаҡовтың “Хәлдәр шәптән түгел” юмористик хикәйәһен әҙерләнек.

Тағы ла журнал биттәрендә файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ яҙмалар уҡый алырҙығыҙ.

Автор:
Читайте нас